Фәлестин-Израиль сигендә бәрелештәр: Кәм тигәндә 60 кеше һәләк булған, 2 мең кеше яраланған. Фәлестиндар Америка илселеген Тель-Авивтан Иерусалимға күсереүгә ризаһыҙлыҡ белдерә һәм ҡаршылыҡ акциялары үткәрә.Төркиәлә, Лондонда, Вашингтонда ла Америка илселеген Иерусалимға күсереүгә ҡаршы акциялар үтте. Рәсми Истамбул фекеренсә, Ҡушма Штаттар илселеген күсереү төбәктә көсөргәнешлекте генә арттырасаҡ.Теүәл бер йыл элек Эммануль Макрон Франция президенты вазифаһын башҡара башланы. Ул үҙгәрештәр вәғәҙә итеп властҡа килде. Әммә илдә күптәр уның реформаларына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп ҡаршылыҡ акцияларына сыға.Бөгөн Ҡырым күперендә шәхси транспорт өсөн хәрәкәт асылды. Рәсәйҙә күптәр был ваҡиғаны көтөп алды. Айырыуса, туристар. Улар Ҡырымға яңы маршрут буйынса барырға ниәтләй. Ҡырым күперенән тәүгеләрҙән булып КАМАЗ машинаһында Рәсәй президенты Владимир Путин үтте.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре