Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Кисә ҡояш байыу менән мәсеттәрҙә тәүге тәрәүих намаҙын уҡынылар. Иртәнге намаҙға тиклем сәхәр ашап мосолмандар ураҙа тота башланы. Аҙан тауышы халыҡты тәүге тәрәүих намаҙына саҡыра. Тик Рамаҙан айында ғына уҡыла торған намаҙҙың мәсеттә йәмәғәт менән бергә ҡылыныуы сөннәт һәм сауабы күберәк, тип иҫәпләнә. Тәрәүих уҡығандар тамуҡтан ҡотолор, өмөт иткән ожмахтарын күреү дәрәжәһенә ирешер, тиелә Ҡөрьәндә. Изге Рамаҙанды айҙарҙың солтаны, тип йөрөтәләр. Һәр мосолман был айҙы байрам кеүек ҡабул итә. Был кистә бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҡояш байып, яңы ай тыуыуын көттө. Изге Рамаҙан айының килеүен хәбәр итеп мәсеттәрҙә тәүге тәрәүих намаҙы яңғыраны.Тәүге тәрәүих намаҙына ғаиләләре, хатта бәләкәс балалары менән килделәр.Билдәле көндәрҙә ураҙа тотоп, үҙҙәренең хәлен һынап ҡарап Рамаҙан айына алдан әҙерләнде диниҙәр.Тәрәүих намаҙын Башҡортостан мәсеттәрендә 20 рәҡәғәттән уҡыйҙар. Улар араһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә Салауат әйтелә.Миңниса Рахманғолова тәүге тәрәүихте өйҙә уҡыған. Ейәндәре менән бергә Рамаҙан айын башлап, сәхәр ашарға йыйына ул. Өҫтәлгә файҙалы һәм тәмле ризыҡтарын әҙерләгән.Тағы ла өҫтәлдә емеш-еләк, ҡоймаҡ, былау, һөт ризыҡтары.Миңниса апайҙың ейәндәре бәләкәй сағынан ислам диненең миһырбанлы, изегелекле булыуын белеп үҫәләр. Доғаларҙы ятлайҙар. Үткән йылды тәүге тапҡыр ураҙа ла тотҡан улар.Инәй үҙе лә өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән бала.Сәхәр ашын ашағандан һуң, ураҙа ниәте әйтелә.Алма ағасынан йыраҡ төшәме. Ислам тураһында һөйләшеп ултырып, иртәнге намаҙ ваҡыты ла етте. Рамаҙан айының тәүге көнө башланды.