Йәш быуында илһөйәрлек рухын нисек тәрбиәләргә?

Тулыраҡ: Йәш быуында илһөйәрлек рухын нисек тәрбиәләргә?

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙе көсәтергә саҡырҙы. Был хаҡта ул Рәсәй Именлек Советы секретарының Һарытауҙа үткән күсмә ултырышында белдерҙе. Михаил Бабич округта йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта тап үҫеп килгән йәш быуын деструктив манипуляторҙар, шул иҫәптән экстремистик һәм террор ойошмаларына яңы ағзалар йәлеп итеүселәр өсөн иң ҡулай аудитория булып ҡала. Рәсәй Президентының вәкиле йәштәр сәйәсәтен камиллаштырыу һәм бәләкәйҙән үк үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү буйынса саралар комплексы булдырырға тәҡдим итте. Ултырыш йомғаҡтары буйынса эшлекле тәҡдимдәр Рәсәй президенты Владимир Путинға тапшырыласаҡ.