Көндәр йылытҡас та гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә талпан энцефалитын тикшертергә 700-н ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Өфө парктарында талпандан ҡотолоу өсөн дезинфекция үткәрелә. Урманда йәки паркта йөрөгәндә һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүсе бөжәктән һаҡланыу өсөн ниндәй төп ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ? Азат Мөзипов үткән ял көндәрендә дуҫтары менән тәбиғәткә ял итергә сыға. Иртәгәһенә генә ул тәненә ҙур талпан ҡаҙалғанын абайлай. Уны йәрәхәтләмәй сығарыр өсөн шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итә.Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә иртәнән кискә тиклем тәндән алынған талпандарҙы тикшереүгә биреү өсөн сират йыйыла. Берәү генә түгел, ә бер нисә талпан һалынған контейнер тотоп килеүселәр ҙә бар.Әйткәндәй, беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Ул ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Ғәҙәттә, талпан тешләүҙән сир башланғанға тиклем 7-14 көн үтә. Кешенең температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, баш, тән ауырта, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы, йөҙ һәм күҙҙең ҡыҙарыуы күҙәтелә. Талпанды тартып алғас та, лабораторияға тапшырырға кәңәш итә табиптар. Уның вирусын билдәләү өсөн бөжәкте имгәтмәй генә алыу мотлаҡ.Гигиена һәм эпидемиология лабораторияһында бер көн эсендә яҡынса 500 талпан тикшерелә. Әле иһә тикшерелгән талпандың 2 проценты энцефалит, ә 8 проценты боррелиоз вируслы икәне асыҡланған.Лабораториялағы тикшереүҙең һөҙөмтәһе бер көн эсендә әҙер була. Бәхеткә күрә, Азат Мөзиповҡа ҡаҙалған талпанда вирус табылмаған. Талпандар кешегә артыҡ зарар тыуҙырмаһын өсөн Өфө парктарында махсус бригада эшләй. Ағыулы матдәне улар төндә генә һибә. Тәбиғәт һөйөүселәренә иң тәүҙә үҙҙәренең һаулығын ҡайғыртыу урынлы. Шуға ла бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәңәш ителә. Быйылғы яҙҙың һуң килеүе арҡаһында, талпандарҙың көндәр йылытҡас ныҡлап һөжүм итеүен оноторға ярамай.Урманда йәки паркта йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем, башлыҡ йәки яулыҡ ябыныу һәм салбар балағын итеккә тығып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай уҡ кейемде махсус препарат менән эшкәртеү артыҡ булмаҫ. Даими рәүештә юлдаштарығыҙ менән бер-берегеҙҙең өҫ-кейемен дә ҡарарға онотмағыҙ. Урманда ергә ятыу һәм ултырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.
Талпандар һөжүмгә күсә
Тулыраҡ: Талпандар һөжүмгә күсә