Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • 12 июнгә тәғәйенләнгән Америка-Пхеньян саммиты булмауы ихтимал. Сөнки Ҡушма Штаттар Көньяҡ Корея менән берлектә хәрби күнекмәләр үткәрә башлаған. Аҙна элек американ сенаторҙары Корея ярымутрауында тыныслыҡ урынлаштырғаны өсөн Трампҡа Нобель премияһы бирергә тәҡдим иткәйне.
  • Удмуртияла Пугачев ҡасабаһы янындағы элекке хәрби келәт биләмәһендә янғын сыҡҡан. Ҡасабанан 2 мең кеше, 10 саҡырым алыҫлыҡтағы шифахананан 79 бала эвакуацияланған.
  • Ҡырым күперенән автомобиль хәрәкәте башланды. 12 сәғәт эсендә бында үҙенсәлекле рекорд ҡуйылған. Күперҙең асылыуын күптәр оло еңеү тип ҡабул итә. 19 саҡырымлыҡ ҡоролма Рәсәйҙә иң ҙур һәм иң оҙон күперҙәрҙең береһе.
  • Сорғот ҡалаһында йәшәүсе Обь йылғаһындо боҙ китеүен видеоға төшөрөп алған. Боҙ ярға сығып тимер ҡоймаларҙы аҡтарып алып киткән.