Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутат булырға теләүселәр араһында йәштәр күп. Сираттағы йыйылышҡа парламент та яртылаш яңырыуы ихтимал. Был турала уның рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. 3 июнь Берҙәм Рәсәй партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора. Иң күп тауыш йыйған 220 кандидат сентябрҙә үтәсәк Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа фирҡә исеменән ҡатнашыу хоҡуғын ала. Алдан тауыш биреүгә 663 кандидат теркәү үтһә, өстән бер өлөшө 35 йәшкә тиклемгеләр. Уларҙың барыһы ла 27 майға тиклем дебаттарҙа ҡатнашырға тейеш. Әйткәндәй, праймеризда ҡатнашыуға республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм бер нисә хөкүмәт вәкиле лә теркәү үткән. Был тәү сиратта фирҡә эсендәге һайлауҙарҙың баһаһын арттыра.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора
Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы һайлау алды праймериздарын ойоштора