Иғтибар үҙәгендә йәнә әсәләр

Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә йәнә әсәләр

Өфөлә күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттар "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде. 20 йыл эсендә был дәүләт наградаһы 7 мең 600-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙға тапшырылған. Бөгөнгө исемлектә 45 кеше, әммә уларҙың өсәүһе алтынсы тапҡыр әсә булыу сәбәпле тантанаға килә алмаған. Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө тарафтарынан йыйылыусылар араһында ашнаҡсылар, эшҡыуарҙар, хужабикәләр, социаль хеҙмәткәрҙәр, китапханасылар, уҡытыусылар ҙа бар. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың был донъялағы төп бурысы — әсә булыуҙа, ти улар.Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов миҙал алыуҙары һәм Ғаилә көнө менән тәбрикләне. “Ҡатын-ҡыҙ – ул ғаилә усағын һаҡлаусы. Ә һеҙ биш һәм унан да күберәк балаға ошо йәшәү сатҡыларын һалған батырҙар”, тине.