Республика буйынса Пенсия фонды әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Башҡортостанда 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң 143 ғаиләлә икенсе бала тыуған. Уларҙың барыһы ла ғаилә капиталы сертификатын алғандар һәм Пенсия фонды идаралыҡтарына 8 мең 892 һум күләмендә айлыҡ түләү алыуға ғариза яҙған. 119 ғаилә ошондай түләүҙе ала башлаған да инде. Айлыҡ түләү балаға йәш ярым тулғансы бирелә, әммә тәүге түләү осоро бер йылға иҫәпләнгән. Йыл үткәндән һуң сертификат эйәһе уны тәғәйенләүгә йәнә ғариза тапшыра ала.
Ғаилә капиталынан түләүҙәр
Тулыраҡ: Ғаилә капиталынан түләүҙәр