Сабыйҙы нисә йәштән балалар баҡсаһына бирергә?

Тулыраҡ: Сабыйҙы нисә йәштән балалар баҡсаһына бирергә?

Яңы мөхиткә уны нисек яраҡлаштырырға? Күп кенә ата-әсәне борсоған ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Өфөнөң 212-се балалар баҡсаһында урынлашҡан Консультацион үҙәккә мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Камиллаға бер йәштә ун бер ай. Ул башҡа тиҫтерҙәренә ҡарағанда сит кешеләрҙән ятһынып бармай. Шулай ҙа балалар баҡсаһына барыр алдынан, яңы мөхиткә, тәрбиәселәргә өйрәнеп китеүе еңелерәк булһын өсөн әсәһе уны психологҡа алып килгән. Ысынлап та, был осорҙо өлкәндәр үҙҙәре лә ауыр кисерә. Белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалғанда ғына яраҡлашыу еңелерәк үтә. 212-се балалар баҡсаһындағы консультацион үҙәккә бында тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре генә түгел, теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Махсус үҙәк 2014 йылдан бирле эшләп килә. Быйыл иһә ул конкурста ҡатнашып, Рәсәйҙең 89 учреждениеһы араһында 2 миллион һумлыҡ федераль грант еңгән. Субсидия мәктәпкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә төрлө ярҙам күрһәтеү сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Был йәһәттән, үҙәктә белгестәр етәрлек: араларында психолог, логопед, физкультура буйынса инструктор ҙа бар. Был балалар баҡсаһының өҫтөнлөгө тәжрибәле һәм юғары квалификациялы, тар йүнәлештәге белгестәрҙең булыуы. Әйткәндәй, бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән бер рәттән һәләтле балаларға ла иғтибар бүленә. Киләсәктә грант аҡсаһына мәҫәҫлән, робот техникаһы буйынса ҡорамалдар алырға планлаштырыла. Әлбиттә, ябай ҡайсы һәм төҫлө ҡағыҙ ярҙамында ла баланың ижади һәләттәрен асырға була, ти тәрибәселәр.Һәр тәрбиәләнеүсегә булған айырым мөнәсәбәт, уның индивидуаль мөмкинлектәрен үҫтереп, баланы шәхес итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ә дәүләттең ярҙамы менән ошондай учреждениеларҙың эш һөҙөмтәһе тағы ла юҡарыраҡ кимәлгә күтәрер ышаныс бар.