Республикала яҙғы кампания яртыһына еткән. Һауа шарттары мөмкинлек бирһә аграрийҙар аҙна ун көн эсендә сәсеү эштәрен тамамларға иҫәп тота. Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов көнъяҡ райондарҙа булып, яҙғы кампания барышы менән танышты. Көйөргәҙе районында 108 мең гектар һөрөнтө ерҙәр бар. Уларҙың 96 мең гектарҙан ашыуында быйыл сәсеү эштәре атҡарыла. Хужалыҡтар көндәрҙең йылы тороуы менән файҙаланып ҡалырға тырыша.Киров исемендәге хужалыҡ Көйөргәҙе районында алдынғыларҙан иҫәпләнә. Бында 2 меңдән ашыу эре мал аҫырала, 16 мең гектарҙан ашыу майҙан эшкәртелә. Хужалыҡ тулыһынса үҙ-үҙен тәьмин итә һәм йылдан йыл инфраструктураһын яҡшырта.Көйөргәҙе уңғандары ла юғары килем килтергән культураларға өҫтөнлөк бирә. Быйыл етен, шипкән, гәрсис, ноҡот борсағы, люпин 2 мең гектар ярым майҙанда сәселә.Ейәнсура аграрийҙары быйыл 43 мең гектарҙа иген сәсә. Инвесторҙар йәлеп итеү сәбәпле һуңғы арала ғына бында бихисап яңы техника һатып алынған. Уларҙың күбеһе ҡеүәтле тракторҙар һәм тағылма инвентарь.Күгәрсен районында 10 эре предприятие ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Сәсеү эштәренә бында 75 мең гектарҙан ашыу майҙан бүленгән. Хужалыҡтар орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, белгестәр һәм эшсе ҡулдар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Тракторҙар паркы ла етди тикшереү үткән.Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл сәсеү майҙаны 3 процентҡа арттырылған. Ауыл эшсәндәре алдында 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы кампанияны башҡарып сығыу бурысы тора.Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә хужалыҡтар 1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда эштәрҙе теүәлләгән. Белгестәр көндәр уңай торһа сәсеү аҙна ун көн эсендә тамамланасаҡ, тип өмөтләнә.
Башҡортостанда сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле
Тулыраҡ: Башҡортостанда сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле