Ауырғазы районындағы авария сәбәптәрен ентекләп тикшереү башланды.

Тулыраҡ: Ауырғазы районындағы авария сәбәптәрен ентекләп тикшереү башланды.

Әлегә водителдең таксист булыуы, һуңғы ваҡытта ғына уның юл ҡағиҙәһен күп тапҡырҙар боҙоуы билдәле. Авария һөҙөмтәһендә Ларгус автомобилендә булған 6 кеше лә урында уҡ һәләк була. Уларҙың 5-һе Ырымбур өлкәһенән, 1-һе Башҡортостандан икәне билдәле. Мәрхүмдәрҙең өсөһө ҡатын-ҡыҙ, өсәүһе ир-егет. Һәләк булыусы пассажирҙарҙың береһе - Күмертауҙа йәшәгән ҡатын. 5 кеше Ырымбур өлкәһенән. Автомобиль водителе иһә 35 йәшлек ир. Ваҡиға урынында эшләгән тикшереүселәр әйтеүенсә, аварияла кем ғәйепле булыуы тураһында тәүге мәғлүмәт яҡын арала иғлан ителәсәк. Шулай ҙа, трактор водителенең юл ҡағиҙәләренең теүәл үтәгәне билдәле. Юл хәрәкәте хәүефһенлеге дәүләт инпекцияһы хәбәр итеүенсә, еңел автомобиль водителе һуңғы осорҙа 12 тапҡыр тиҙлекте артырып юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Шуларҙың өсәүһе Башҡортостанда теркәлгән.Өфө-Ырымбур трассаһында такси һәм экскаваторға бәйле авария бер аҙна эсендә икенсегә теркәлә. 11-се майҙа юлда туҡтаған тракторға такси автомобиле бәрелеү арҡаһында бер-нисә кеше зыян күргәйне. Пассажирҙарҙың береһе йәш ҡыҙ ул һаман дауаханала табиптар күҙәтеүе аҫтында. Бәләгә тарыусы юлсының яңаҡ һөйәктәре һынған. 2014 йылда Өфө-Белорет юлында микроавтобус ауыр йөк машинаһына бәрелеп 8 кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Быйыл М5 трассаһында Мерседес автобусы шулай йөк машинаһына бәрелеп 9 кеше һәләк булды. Һуңғы 4 көндә республикала юлдарында 50-гә яҡын юл транспорт фажиғәләре теркәлгән. Шуларҙа 47 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 10 кеше һәләк булған.