Өфө Дәүләт нефть техник университетында яңы аудитория асылды

Тулыраҡ: Өфө Дәүләт нефть техник университетында яңы аудитория асылды

Бөгөн летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы Владимир Комаров исеменә бағышлап Өфө Дәүләт нефть техник университетында аудитория асылды.Тантанаға летчик-космонавт Сергей Ревин һәм Владимир Комаровтың туғандары килде. Яҡты бүлмәлә летчик-космонавттың фотоһүрәттәре, портреттары эленгән. Шулай уҡ быйыл Өфө Дәүләт нефть техник университетында әүҙем студенттарға Владимир Комаров исемендәге стипендия бирелә башлаясаҡ. Сергей Ревин бөтәһен дә батырҙарса һәләк булған космонавттарҙы онотмаҫҡа саҡырҙы.