Ни өсөн инвесторҙар Башҡортостанды һайлай?

Тулыраҡ: Ни өсөн инвесторҙар Башҡортостанды һайлай?

Башҡортостанда 6 мең һыйыр малына иҫәпләнгән эре комплекс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Республика башлығының “Эконива” компаниялар төркөмө етәксеһе Штефан Дюрр менән осрашыуында ошо турала һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе. Ауыл хужалығында етештерелгән тауар күләме генә 170 миллиард һумға етә. Өлгәшелгән уңыштарҙа туҡтарға йыйынмайбыҙ, ауыл хужалығын үҫтереүҙә яңы алымдар ҡулланған инвесторҙар эҙләйбеҙ, тине республика башлығы. Штефан Дюрр билдәләүенсә, “Эконива” Рәсәйҙең бер-нисә төбәгендә уңышлы эшләй. Киләсәктә ул Рәсәйҙә һөт етештереүсе буйынса алдынғы урындарға сығырға ниәтләй. “Эконива” Рәсәй һәм Германияның берлектәге компаниялар төркөмө. Ул 1994-се йылда ойошторолған.