Рөстәм Хәмитов Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләне

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе тәбрикләне

Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл 120 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Ә абсолют еңеүселәр араһында 7 кеше. Әлегә самолёт менән уйнаһа ла, Маркел Шәйхетдиновтың иң ҙур хыялы ракетала йыһанға осоу. 1-се класста тәүге космонавт Юрий Гагарин тураһында белгәс тә, ул был теләк менән яна башлай. Тап ошо теләк уны Гагарин кубогына олимпиадала ҡатнашырға этәрә. Етенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл 120 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан. Ә абсолют еңеүселәр араһында 7 кеше. Уларҙы Республика башлығы һәм Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй геройы Ревин бүләкләне.Тап Рөстәм Хәмитов олимпиадаға "Юрий Гагарин кубогы" исемен ҡушҡан. Үҙенең сығышында ул алты йәшендә генә Мәскәүҙә 1 май демонстрацияһында Юрий Гагаринды күреүе тураһында һөйләне. Тәүге космонавты ул асыш менән тиңләй — йыһанды, яңы белем, яңы мөмкинлектәрҙе асыуы өсөн. Юҡҡа ғына олимпиада Юрий Гагарин исемен йөрөтмәй. Унда ҡатнашҡан балалар яңы ғилемгә ынтыла, белемдәрен камилаштыра. Интелектуаль ярышта уҡыусылар 15 предмет буйынса тест тапшыра. Һәр бүлектә йыһан темаһына ҡағылған һорауҙар бар.Әйткәндәй, был олимпиадала еңеүселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһенә ҡушып, өҫтәмә баллдар ҙа ҡуйыла. Интелектуаль ярыштың призерзары — 7, еңеүеселәре — 10 балл аласаҡ. Ошо турала 12 апрелдә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары менән осрашҡанда уҡ белдергәйне. Дәртләндереүсе, стимул биреп тороусы был сара ла балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереп, аныҡ фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын нығытасаҡ, тигән фекерҙә етәксе. Әлбиттә, фәнни-техник прогресс заманында йәш быуындың аң кимәлен яңы кимәлгә күтәреү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып ҡала. 2016 йылда тап Өфөлә Гагарин үҙәге асылыуы ла республика башлығынының мәғарифтең был өлкәһенә етди ҡарашын күрһәтә. Мәктәп уҡыусыларына техник йүнәлештәге өҫтәмә белем биреүҙе күҙ уңында тотҡан үҙәк аэройыһан өлгөләре, IT-технологиялар, 3D моделдәр һәм цифрлы технологиялар өлкәһендәге ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Буласаҡ инженерҙар шөғөлләнгән технопарктар ҙа етәрлек. “Гагарин үҙәге” базаһында “Космоквантум”, тағы ла Өфөлә һәм Благовещенда бер-нисә кванториум бар. Дәүләкән районында иһә башҡорт космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемен йөрөткән Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп эшләп килә. Бөтә донъянан йыһан менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы бергә туплаған уникаль проекттың Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Шулай ҙа, Башҡортостан бер урында тормай, һәр саҡ үҫеш юлында. Әле, мәҫәлән, балалар кванториумдарын үҫтереү өҫтөндә эштәр алып барыла. Баш ҡалала булғандарын камиллаштырып, район үҙәктәрендә яңыларын төҙөү, йәйге лагерҙарҙа йыһанда өйрәнеүгә йүнәлтелгән сменалар булдырыу ҡарала. Дөйөм алғанда, республикала йәш быуынды ҡанатландырыусы космос һәм авиация үҙәктәре бихисап. Әйткәндәй, Башҡортостан менән космос араһында мөнәсәбәт үҙенә бер төрлө, үҙенсәлекле. Космонавтар беҙҙең республиканы айырыуса яҡын күрә. Балалар менән аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға, һәм хатта дауаланырға ла бында киләләр. Ә башҡорт балы күптәнән инде йыһанда. Космонавтарҙың рационына индерелгән был татлы ризыҡты тап беҙҙең республика Халыҡ-ара йыһан станцияһына ебәрә. Сифаты буйынса тик башҡорт балы ғына йыһан стандарттарына тура килә.Был кубок йәш гагаринсыларҙы йыһанға яҡынайтҡан бер баҫҡыс, этәргес көс булып тора булып тора. Ә олимпиада үҙе фәнни-техник прогресс заманында республика йәштәренең аң кимәлен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүсе сараның асыҡ миҫалы. Унда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл артҡанын иҫәпкә алғанда, ойоштороусылар үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә мөмкин.