Тәбиғәт тағы көйһөҙләнә

Тулыраҡ: Тәбиғәт тағы көйһөҙләнә

Ял көндәрендә һауа торошо Башҡортостан халҡын көтөлмәгән хәлдә ҡалдырҙы. Республиканың күп кенә райондарында боҙ борсаҡ яуҙы. Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр борсаҡ ҡатыш ямғыр яуған мәлде видеоға төшөргән. Бындай хәл Авдон ҡасабаһында ла күҙәтелгән. Әйткәндәй, боҙборсаҡтар Ғафури районындағы фермаларҙың береһендә аҫралған экзотик дөйәғоштарға оҡшап ҡалған.