Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урынға сыҡты

Тулыраҡ: Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урынға сыҡты

Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡты. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә һуңғы 4 айҙа 500 мең квадрат метр майҙанлыҡ 5 мең 541 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанда бер мең кешегә 121 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 80 проценттан ашып киткән.