Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хатта айырым киң мәғлүмәт саралары Ҡушма Штаттарҙа Трамтың твиттарына бәйле хәбәрҙәргә бик күп иғтибар булыуға борсолоу белдергән. Икенсе урында-Рәсәйгә ҡарата нәфрәт. Радио, телевидениела, матбуғатта илдең эске етди мәсьәләләре тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.
  • Европа шураһы рәйесе Дональд Туск Дональд Трамптың сәйәсәтенә ҡаршы етди белдереү яһаны. Американың Иран менән атом килешеүенән сығыуы, Ҡушма Штаттар илселеген Иерусалмға күсереүе Европа илдәрен уйланырға мәжбүр итә, тине Дональд Туск.
  • Колумбияла Каука йылғаһында быуа йырылыу сәбәпле 200 ғаилә эвакуацияланған. 60 йорт, мәктәп, дауахана ағып киткән. Һәләк булыусылар юҡ. Төҙөүселәр урындағы электр станцияһының тоннелен таҙартҡас, быуа йырылған, тип хәбәр ителә.
  • Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху үҙ резиденцияһында Евровидение еңеүсеһе Нетта Барзилайҙы ҡабул иткән. Улар хатта икәүләшеп Чикен Дансты ла башҡарған. Беҙҙең илдә ул бәләкәй өйрәктәр бейеүе булараҡ билдәле.