Ҡытай-Башҡортостан: хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға

Тулыраҡ: Ҡытай-Башҡортостан: хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға

Рәсәйҙең стратегик партнеры булған Ҡытай менән Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып хеҙмәттәшлек ептәрен булдырған төбәктәрҙең береһе. Республика башлығы был мөнәсәбәттәргә етди этәргес бирҙе. Волга буйы федераль округының „Волга-Янцзы„ проекты сиктәрендә Ҡытай виләйәттәре һәм Рәсәй төбәктәре сауҙа-иҡтисади, гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә. Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәңләт педагогия университетында Цзянси университеттары үҙ күргәҙмәһен ойошторҙо. Уның сиктәрендә беҙҙең төбәк студенттары Ҡытай Халыҡ республикаһының уҡыу йорттары менән танышты. Цзянси мәғариф департаменты етәксеһе урынбаҫары әйтеүенсә, беренсе күргәҙмәне Өфөлә үткәреү юҡҡа түгел. Ҡытай виләйәте һәм Башҡортостан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте бар яҡлап та үҫтереүгә ҙур көс һала.