Яуаплы ҡараш йәки инвестициялар әһәмиәте

Тулыраҡ: Яуаплы ҡараш йәки инвестициялар әһәмиәте

Рәсәй иҡтисадында Башҡортостандың әһәмиәте арта. Илдең сәнәғәт ҡеүәтен арттырыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә беҙҙең республика тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урындарға сыҡты. Инвесторҙар аҡса һалыу өсөн төрлө тармаҡтарҙы һайлай. Йылайыр районында, әйтәйек, инвестор иҫке фермаларҙы төҙөкләндереп, халыҡҡа эш урындары булдырған, ауылға һәм мәктәпкә ярҙам иткән. Йүнсел яңыраҡ эшселәре өсөн ятаҡ та төҙөгән. Мәхмүтйән Игебаев күрше райондан эшкә килгән. Ваҡытында ул колхозда тир түккән, улары тарҡалып бөткәс, сит төбәктәргә сығып кәсеп иткән. Балапан ауылында фермер эшселәр өсөн бөтә шарттар тыуҙыра тигәндәрен ишеткәс, бында эшкә килгән. Ике йыл эсендә фермер Бүләк Аптиков өс аҙбарҙы төҙөкләндергән. Уларҙың икәүһендә һыйырҙар, береһендә быҙауҙар аҫырала. Был һыйырҙар 3 йыл элек һатып алынған. Хәҙер улар быҙаулап, продукция бирә. Һөттө хужалыҡ етәкселеге әлегә үҙҙәре өсөн генә тотона. Фермер селекция менән дә шөғөлләнә башлаған. Яңыраҡ бында яңы тоҡом сығарғандар. Был быҙауҙар 10 көнлөк. Билдәле булыуынса, ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар итле-һөтлө була, ә симменталь тоҡомлоһо яҡшы һөт бирә. Был быҙауҙарҙы тап ике тоҡомдо ҡушып сығарғандар. Эшең уң барһа, күңел дә көр. Фермер һыйыр, йылҡы, һарыҡ-кәзәнән тыш ҡош-ҡорт та үҫтерә. Ҡайһы берҙәрен ул үрсетеп, тәбиғәткә сығарырға уйлай. Хужалыҡ йыл һайын ауыл мәктәбенә ярҙам күрһәтә. Утынын килтереп бирә, ремонт эшләтә һәм торбаларын яңырта. Ә яңыраҡ мәктәп янында балалар майҙансығы төҙөп биргән. Ситтән килгән эшселәре өсөн фермер ике ҡатлы ятаҡ төҙөгән. Бынан тыш, ауыл халҡы өсөн йылғаны быуҙырған. Киләсәктә инвестор күрше ауылдарҙағы фермаларҙы һатып алып, уларҙы ла төҙөкләндерергә йыйына. Башҡа район һәм ауылдар менән сығаштырғанда, бында эш ҡайнай. Фермер техникаһын яңыртҡан һәм 20 йыл һөрөлмәй ятҡан баҫыуҙарҙы эшкәртә башлаған. Ике йыл эсендә ауылда ла ҙур үҙгәреш күҙәтелә. Тимәк, бындай ауылдарҙың киләсәге лә буласаҡ.