Дим районында “Матур ғаилә –ил күрке” тип аталған сара үтте. Саф башҡорт ғаиләләрен бер урынға йыйған байрам беренсегә уҙғарылды. Орион ижад йортонда сара башҡорт тарихын быуындан быуынға тапшыра килгән ҡурай моңо менән башланды. Дим районы башҡорттары ҡоролтайы һәм ата-әсәләр комитеты менән берлектә ойошторолған “Матур ғаилә- ил күрке” сараһы республикала ғаилә йылы сиктәрендә үткәрелде. Башҡорт ғаиләләрен бер урынға йыйып күңел асыу, бәхетле ғаилә серҙәре менән уртаҡлашыу сараһы Дим районында беренсегә уҙғарылды. Сәхнәлә йыр-моңдан тыш, муллалар ҙа сығыш яһаны. Улар башҡорт ғаиләләрен үҫтереүҙә һәм киләсәк быуынға үҙ телдәрен онотмауҙарына өндәне.Саф башҡорт ғаиләләре саралары киләһе йылдарҙа ла сәхнәлә үҙ урынын табыр тигән өмөттәбеҙ.
Матур ғаилә –ил күрке
Тулыраҡ: Матур ғаилә –ил күрке