Сәләмәтлегеңде хәстәрләүҙе үҙ ҡулыңа ал. Республикала бишенсе йыл рәттән “Халыҡ һаулығы көндәре” ойошторолдо. Табиптар ауырыуҙарға сир-сырхауҙан арынырға ярҙам итеп һаулыҡты даими нығытыуҙы артабан ғәҙәткә индерергә өндәй. Акция барышында Республика кардиология диспансеры табиптары яңы йөрәк күсереп ултыртҡан дауаланыусылары менән футбол яланына сыҡты. Хирургтар менән пациенттарҙың иптәштәрсә осрашыуы күптән инде йолаға әүерелгән. Һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән саралар республиканың бар төбәктәре һәм Өфөлә 25 майға тиклем дауам итә. Ошо көндәрҙә һәр кем Республика кардиология үҙәге, онкодиспансер, башҡаланың 21-се клиник дауаханаһының күсмә модулдәрендә сәләмәтлеген тикшертә ала. Граждандарҙың шулай уҡ мохтаждар өсөн ҡан тапшырыу мөмкинлеге бар. Белгестәр сәғәт иртәнге 11-ҙән киске бишкә тиклем ҡабул итә.
Халыҡ һаулығы көндәре
Тулыраҡ: Халыҡ һаулығы көндәре