Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға

Тулыраҡ: Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға

3 йыл элек Башҡортостан етәкселеге Башнефть компанияһының яңы инвестиция проекттарын өҫтөнлөклөләр рәтенә индергәйне. Уларҙың береһе Өфөоргсинтез заводында изопропилбензол етештереү линияһын камиллаштырыуға ҡайтып ҡалды. Бөгөн яңы сәнәғәт беренсе продукция бирә башланы. Уның эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты.Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән нефть-химия тармағында яңы етештереү мөмкинлектәре булдырыла. “Өфөоргсинтез” заводында изопропилбензол, йәғни, кумол сығарыла башланы. Предприятиела заманса технология буйынса эшләнгән яңы ҡоролма урынлаштырылған. Уның ярҙамында кумол етештереү күпкә ҡулайлыраҡ һәм еңелерәк башҡарыла. Яңы проектҡа 1 миллиард һум йәлеп ителгән. Ҡулайлама йылына 170 мең тонна кумол сығарыу мөмкинлеге бирә. Изопропилбензол фенол һәм ацетон етешетереүҙә кәрәк. Уны шулай уҡ яғыулыҡҡа ҡушалар һәм каучук эшләп сығарыуҙа ҡулланалар. Йәғни, уға Рәсәйҙә ихтыяж ҙур. Бынан республика тик отасаҡ ҡына.Яңы технология Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ҡулланыла һәм сифатлы продукция сығарырға мөмкинлек бирә. Етештереү линияһында ҡуйылған таҙартыу ҡоролмалары иһә экология талаптарына яуап бирә һәм сеймалды һаҡсыл файҙаланырға шарттар тыуҙыра.Өфөоргсинтез йәмғиәте Рәсәйҙә иң ҙур нефть һәм химия предприятиеларының береһе. Илдә етештерелгән фенолдың тап 40 проценты Өфөлә сығарыла. Ә ацетон етештереү буйынса беҙ алдынғылар рәтендә киләбеҙ. Шулай уҡ, полипропилендың 10 проценты һәм полиэтилендың 15 проценты Башҡортостанға тура килә.

Быйыл март айында Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булып, сығарылған продукция менән танышҡайны. Ошонда уҡ, ил етәксеһе көндәлек тормошта ҡулланылған тауарҙар күләмен арттырыу бурысын ҡуйҙы.Роснефть компанияһы нефть һәм химия тармағына айырым иғтибар бүлә. Башҡортостанға йәмғиәт килеү менән Өфөоргсинтез заводындағы етештереү линияһын камиллаштырыу беренсе ҙур проекттарҙың береһе. Быға тиклем 10 йыл эсендә республикала бындай үҙгәрештәр булмаған.Предприятие продукцияһы быяла, ыҫмала, шыптыр, ауыл хужалығы, техник тауарҙар, резина изделиелары, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, медицина, электроника һәм электр техникаһын етештереүҙә ҡулланыла. Был иһә Башҡортостанға Рәсәйҙә ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге булып ҡалырға, ил иҡтисадының артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирҙе.