"Ғаилә" үҙәктәрендә ғаилә медиаторҙары эшләй башланы

Тулыраҡ: "Ғаилә" үҙәктәрендә ғаилә медиаторҙары эшләй башланы

Башҡортостандың "Ғаилә" республика ресурс үҙәктәрендә бушлай ғаилә медиаторҙары эшләй башланы. Уларға ир менән ҡатын, ата-әсә менән балалар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған саҡта мөрәжәғәт итәләр. Белгестәр бер-береңде аңларға, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға, ғаиләне һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Төбәктә 69 муниципалитетта ошондай үҙәктәр бар. Шулай уҡ, унда "ярашыу бүлмәләре" лә асылған, тәүге мөрәжәғәт итеүселәр өсөн ҡыҙыу линияһы ла эшләп килә. Ғаиләләргә психологтарҙың ярҙамын тәҡдим итеү идеяһын республика башлығы Рөстәм Хәмитов күтәреп сыҡҡайны.