Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырыу ил иҡтисады үҫешенә етди этәргес бирәсәк, халыҡтың йәшәү шарттарында ыңғай сағылыш табасаҡ. Был хаҡта “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Юғары һәм Генераль советтарының берләштерелгән ултырышында Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев белдерҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Партия рәйесе Дмитрий Медведев ил Президентының майҙағы яңы Указында ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ултырыш «Берҙәм Рәсәй»ҙең эшен ойошторорға ярҙам итәсәк, тине. Башҡортостан Рәсәй президентының май указын ғәмәлгә ашырыуға илдә тәүгеләрҙән булып тотондо. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был документта Рәсәй граждандарының тормош сифатын күтәреүгә төп иғтибар бирелә.Республикала әле Рәсәй президентының указын ғәмәлгә ашырыу буйынса етди эш башланды. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һәр кем үҙгәрештәрҙе үҙендә һиҙергә тейеш.
Иғтибар үҙәгендә май указдары
Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә май указдары