Башҡортостанда балалар баҡсалары төҙөүгә 1 млрд 300 млн һум йүнәлтеләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда балалар баҡсалары төҙөүгә 1 млрд 300 млн һум йүнәлтеләсәк

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.2020 йылға тиклем төрлө район һәм ҡалаларҙа 2 мең биш йөҙ урынлыҡ мәктәпкәсә учреждениелар төҙөләсәк. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, уның матди хәлен яҡшыртыу буйынса эҙмә-э:лекле саралар күрелә. Ғаиләләрҙе адреслы яҡлау, уларҙың социаль ихтыяждарына йыл һайын бюджеттан 65 миллиард һум аҡса бүленә. Балалы ғаиләләрҙе һәм студент ғаиләләрен яҡлау буйынса өҫтәмә саралар күрелә.