Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 61 авария теркәлгән. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 63-сө йәрәхәтләнгән. Юл инспекторҙары водителдәрҙе иғтибарлы булырға, мәктәптәр, балалар баҡсалары янында тиҙлекте кәметергә саҡырҙы.
Өфөлә “Иғтибар, балалар” операцияһы башланды
Тулыраҡ: Өфөлә “Иғтибар, балалар” операцияһы башланды