Инвалидтар өсөн уңайлы шарттар

Тулыраҡ: Инвалидтар өсөн уңайлы шарттар

Республика балалар клиник дауаханаһы менән башҡаланың 17-се клиник дауаханаһында мөмкинлеге сиклеләр өсөн тулыһынса уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Төбәк башлығы ҡарары менән был маҡсатта бюджеттан 500 мең һум аҡса бүленә. Хәрәкәте сикле граждандарға һаулыҡ һаҡлау һәм транспорт хеҙмәттәрен тотҡарлыҡһыҙ ҡулланыу мөмкинлеген булдырыуға йүнәлтелгән башҡа ҡарарҙарҙы бойомға ашырыу барышы Хөкүмәт ҡарамағындағы инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында тикшерелде. Республикала мөмкинлеге сикле кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөн бурыстарҙың береһе булып ҡала. Инвалидтар өсөн физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге, ошо өлкәлә белгестәр әҙерләү ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының “Һаҡсыл поликлиника” программаһы буйынса йыһазландырылғандарында инвалидтар өсөн уңайлы шарттар пандустар, махсус иҫкәрмә ҡорамалдарын урынлаштырыу көнэлгәре хәстәрләнгән. Бөгөнгә йәмәғәт транспортындағы уңайлыҡтар яҡшыртыуға мохтаж. Өфө аэропортында шарттар бар талаптарға яуап бирһә, автовокзалдарҙы йыһазландырыу дауам итә. Автобустарҙың бары өстән бере инвалидтарҙы йөрөтөүгә яраҡлаштырылған. Ултырышта шулай уҡ социаль такси мәсьәләһе күтәрелде. Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов был йәһәттән тейешле тикшереүҙәр үткәреп махсус ҡарар әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Координация советы ултырышында мөмкинлеге сикле балалар өсөн мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү, инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүгә бәйле йөкләмәләрҙең үтәлешенә лә баһа бирелде.