Өфөнөң Черниковка урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр хатта һыуҙы ла һатып алырға ризалар. Милексе ҡаҙанлыҡты 50 миллион һумға һатырға ҡуйған. Яҡынса мең ярым кеше хәҙер һыуыҡ һыу биреү туҡталыуынан ҡурҡып йәшәй. Өфөнөң Черниковка урамындағы 51 –се йортта йәшәүселәр эҫе һыу булмауға зарлана. Асыҡланыуынса, был йортто эҫе һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡты бер нисә йыл элек шәхси эшҡыуар һатып алған. Үҙәк хужаһы,үҙ сиратында, ҡаҙанлыҡты инженер селтәрҙәренә ҡуртымға биргән.
Хәҙер иһә ул килешеүҙе өҙөп был уйҙан баш тартҡан. Күп ҡатлы йортҡа эҫе һыу тап ошо ҡаҙанлыҡтан килгән. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, һуңғы көндәрҙә ҡаҙанлыҡ милексеһе күренмәй, уның ишеге лә бикле тора.Милексе ҡаҙанлыҡты 50 миллион һумға һатырға теләген белдергән. Әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, Калинин районы хакимиәте ҡаҙанлыҡты ҙур хаҡҡа алыуҙан баш тарта. Аптырашта ҡалған халыҡ хәҙер һыуыҡ һыуҙың да һүндерелеүенән ҡурҡа.Район хакимиәте эҫе һыуһыҙ ҡалыусыларға ваҡытлыса мискәлә һыу килтереләсәк һәм урам буйына бәҙрәф ҡуйыласаҡ, тип вәғәҙә иткән. Әммә күп ҡатлы йортта биш йөҙләгән фатир, яҡынса мең ярым кеше. Шуларҙың араһынан күбеһе оло кешеләр, яртыһы — бәләкәй балалар.Халыҡты эҫе һыуһыҙ ҡалдырған ҡаҙанлыҡ милексеһенә Өфө инженер селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре бер нисек тә йоғонто яһай алмай.Ҡаҙанлыҡ милексеһенә яңы килешеү төҙөп һыу мәсьәләһен хәл итеп булыр ине. Тик ул халыҡ менән дә, беҙҙең менән дә һөйләшергә теләмәне. Ҡала хакимиәте был һорау буйынса прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, ҡаҙанлыҡ ҡасандыр урындағы халыҡ аҡсаһына һатып алынған. Уның милексеһе менән был һорауға нөктә ҡуйылмайынса, күп ҡатлы йорттағы фатирҙарға йылы һыу бирелмәйәсәк.Урындағы хакимиәт ҡаҙанлыҡты һатып алмаһа, йортто башҡа селтәргә күсереп был мәсьәләне хәл итә ала. Тик бындай юл бик оҙаҡ һәм ҡыйбатлы.