Николас Мадуро ҡайтанан Венесуэла президенты итеп һайланды. Һайлау йомғаҡтары буйынса, уның өсөн халыҡтың 68 проценты тауыш биргән. Америка һәм тағы ла бер-нисә дәүләт тауыш биреү йомғаҡтарын танымауҙары тураһында белдерҙе. Аҡ йорт 18 май илдә хакимлыҡ итеүсе фирҡәнең бер-нисә ағзаһына ҡарата санкциялар индергәйне.Свердловск, Ҡурған, Төмән өлкәләре ҡом бураны аҫтында ҡалған. Елдең тиҙлеге секундына 27 метрға еткән. Әле дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара.Татарстанда ике парашютсы бәрелешкән. Спортсылар запас парашюттарын ырғытып өлгөргән. Әммә береһе тиҙ ярҙам машинаһында, икенсеһе дауаханала һәләк булған. Был видеояҙманы хәҙер тәфтишселәр тикшерә
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре