Башҡортостандың көнъяғында янғындар сығыуы ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостандың көнъяғында янғындар сығыуы ихтимал

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Хәйбулла районында ут сығыу буйынса 5 класс хәүеф тураһында хәбәр итте. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙә халыҡҡа асыҡ һауала ут яҡмаҫҡа, янғын таратырҙай сығанаҡтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Утты тиҙ арала һүндерергә өмөт булмағанда ярҙам саҡырырға кәрәк. Быйыл Башҡортостан урмандарында 82 янғын сыҡҡан.