Айсинә Зиндусова эше буйынса суд ултырышы йәнә ике көнгә кисектерелде

Тулыраҡ: Айсинә Зиндусова эше буйынса суд ултырышы йәнә ике көнгә кисектерелде

11-се майҙа ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, ултырыш бөгөн булырға тейеш ине. Әммә, яуап тотоусы яҡ – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм 3-сө бала табыу йорто вәкилдәре эш менән ентекләп танышмауға һылтанып, суд ултырышын 25 майға күсереүҙе һораны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015-се йылда Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Айсинә Зиндусованың эсендә операциялар ваҡытында ҡулланылған ҡыҫҡыс табыла. Асыҡланыуынса, 2012-се йылда ул Өфөнөң 3-сө балалар табыу йортонда икенсегә әсәй була. Сабыйҙан бушаныу табиптар ярҙамында атҡарыла һәм ошо ваҡытта белгестәр медицина инструментын ҡатындың эсендә онотоп ҡалдыра.