Ни өсөн бензинға хаҡ арта?

Тулыраҡ: Ни өсөн бензинға хаҡ арта?

Был көндәрҙә был халыҡты иң борсоған һорауҙарҙың береһе. Бер ай эсендә генә яғыулыҡҡа хаҡтың бишенсе тапҡырға ҡиммәтләнеүе водителдәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Наил Йомағужин ай самаһы таксист булып эшләй. Әммә көнөн 12 сәғәт буйы эш урынында үткәрһә лә, бер ниндәй ҙә килем юҡ, тип зарлана. Бензинға хаҡтың ҡапыл күтәрелеүе бөтә республика халҡын аптырашта ҡалдырҙы. Күптәр өсөн тимер ат берҙән-бер аҡса сығанағы булып тора. Шуға ла табылған аҡсаның күбеһе бензин хаҡын ғына ҡаплай.“Башнефть” заправкаларынан тыш, “Лукойл” заправкаларында ла яғыулыҡҡа хаҡтың артыуы күҙәтелде.Билдәле булыуынса, бензин хаҡы бер ай эсендә генә бишенсе тапҡырға күтәрелде. Уның ҡапыл ҡыйбатланыуы арҡаһында машина хужалары ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә.Өфө заправкаларында үткән көндәрҙә генә яғыулыҡтың барлыҡ төрҙәре алтмыш тингә ҡиммәтләнде. Шулай итеп, хәҙер 92 “Атум”дың бер литры 40 һум 30 тин, 95-се маркалыһы 42 һум 60 тин, дизель яғыулығы 42 һум 90 тин. Автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәл буйынса нефть компаниялары вәкилдәре ҡатнашлығында ултырыш үткәрелде. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттән белдереүҙәренсә, бензинға хаҡтың артыуы аҡланған булырға тейеш. Бензинға хаҡтың күтәрелеү арҡаһында, Рәсәйҙә беренсе июлдән акциздарға хаҡ төшөүе ихтимал. Был турала ҡарар яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яуап биргән вице-премьер Дмитрий Козак үткәргән кәңәшмәлә ҡабул ителгән. Бензиндың бер тоннаһына акциздар 3 мең һумға арзанайыр, тип көтөлә. Яғыулыҡтың бер литры уртаса 2 һум 20 тингә кәмейәсәк. Нефть һәм газ сәнәғәтселегенең Рәсәй Союзы президенты Геннадий Шмаль әйтеүенсә, акциздарға хаҡтың төшөүе был хәлде контролдә тотоу өсөн берҙән-бер юл булып тора.