Башҡортостан социаль инфраструктураны үҫтереүгә инвестицияларҙы ҡырҡа арттыра ала

Тулыраҡ: Башҡортостан социаль инфраструктураны үҫтереүгә инвестицияларҙы ҡырҡа арттыра ала

Башҡортостандың “Башнефть” компанияһы акциялары өсөн 7 миллиард һумдан ашыу дивидент алыуы ихтимал. Нефть компанияһының директорҙар советы үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм ыңғай динамика булыуын билдәләне. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса дивиденттар Башҡортостанға социаль инфраструктураны үҫтереүгә инвестицияларҙы ҡырҡа арттырыу мөмкинлеген бирә. 2016 йылда республикаға 6 миллиард 600 миллион һум дивидент түләнгәйне. “Роснефть” нефть компанияһы етәкселегендә “Башнефттең” финанс күрһәткестәр күпкә яҡшырҙы.