Башҡортостан делегацияһы халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды

Тулыраҡ: Башҡортостан делегацияһы халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды

Башҡортостан башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды. Рөстәм Зәки улы форумдың пленар ултырышында, энергетика сессияһында ҡатнашасаҡ, шулай уҡ “Рәсәй төбәктәре экспорты” на арналған ултырышта сығыш яһаясаҡ. Форум сиктәрендә бер-нисә эре компания менән инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡарала. Бынан тыш, делегация ағзалары эшлекле осрашыуҙар үткәрергә, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә арналған түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашырға йыйына. Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум 1997-се йылдан үткәрелә. Һуңғы 20 йылда ул Рәсәй алдында торған иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү йәһәтенән донъяның эшлекле даирәләре өсөн ҙур майҙанға әйләнде.