- Краснодар крайында “Таҙа һауа-2018” конкурсы үтте. Уның сиктәрендә күсереп йөрөтмәле “Игла” зенит комплекстары бүлексәләре шартлы дошманды юҡ иткән. Конкурста шулай уҡ механик-водителдәр араһында ла ярыш ойошторолған.
- Дональд Трамп менән Ким Чен Ындың 12-се июнгә тәғәйенләнгән осрашыуы кисектерелеүе ихтимал. Көс позицияһынан сығыш яһарғамы әллә хеҙмәттәшлек итергәме-Америка президенты баҙап ҡалған һәм Төнъяҡ Корея етәксеһе менән үҙен нисек тоторға белмәй.
- Рәсәй Үҙәк банкы футбол буйынса донъя чемпионатына арналған иҫтәлекле банкнотаны әйләнешкә сығарҙы. Был Рәмәйҙәге тәүге полимер банкнота. Уның тыш яғында туп тотҡан малай һәм легендар футболсы Лев Яшин, эске яғында ер шары, көйәрмәндәр төшөрөлгән һәм чемпионат үткән ҡалала исеме яҙылған.
- Килауэа вулканы лаваһы Тымыҡ океан һыуҙары менән осрашҡан. Был бик ҡурҡыныс күренеш. Сөнки утлы шыйыҡса тоҙло һыуға эләккәндә химик реакция барлыҡҡа килә һәм токсик төтөн барлыҡҡа килә.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре