Башҡортостанда теркәлеү үткән сәйәси фирҡәләрҙең күбеһе эшләмәй. Йәғни, ҡағыҙҙа ғына ҡала. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән осрашыуҙа Константин Толкачев белдерҙе. Парламент рәйесе Башҡортостанда һәр фирҡә өсөн уңайлы һәм ғәҙел шарттар тыуҙырылыуын билдәләп уларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.