Өфөлә сик һаҡсыларының дан музейы асылды

Тулыраҡ: Өфөлә сик һаҡсыларының дан музейы асылды

Ил тарихын ихтирам иткәндәр сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған тантанаға 37-се мәктәптә йыйылды. Яңы музей илһөйәрлек тойғоһо таныш һәр кем өсөн кәрәк һәм ҡиммәт. Илебеҙҙең төрлө мәлдәрендә сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ватандаштарыбыҙ был тантананы тулҡынланып көтөп алды. Үткән йылдың октябрендә башланған эшкә тәү сиратта ветерандар тотонһа, киләһе уҡыу йылынан сик һаҡсылары әҙерләр кадет класы асыу ниәте һәм уҡыу йортона Советтар Союзы геройы Вениамин Недошивин исемен алыу теләге менән янған 37-се мәктәп уҡыусылары менән уҡытыусылары башланғысты бойомға ашырыуҙы тиҙләтте. Сик һаҡсылары көнө алдынан уларға дан музейын асыу хөрмәт һәм хәтер билдәһе. Ышаныслы һәм ғәҙел тигән дан тотҡан Башҡортостан егеттәре сик һағы ғәскәрҙәрендә тоғро хеҙмәт иткән. Уларҙың тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр хәҙер ошо үҙенсәлекле музейҙа тупланған. Экспонаттарҙың иҫәбен үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, ти тормош именлеге дәрестәрен уҡытыусы, отставкалағы капитан Вячеслав Кочкин. Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән егеткә сик ғәскәрҙәре ветерандарының берҙәмлеге менән тәүәккәллеге тәрән тәьҫир иткән. Яҡташтарҙың шанлы тарихын данлаған музей ойоштороуҙа Вячеслав Сергеевич эҙәрмәндәр отряды рәйесе булараҡ та шәхсән ҡатнаша. Йәш быуын өсөн ватандың данлы тарихын өйрәнеү үҙәге буласаҡ музей сик буйы ветерандары өсөн – осрашыу-аралашыу урыны. Был ғәскәр вәкилдәрен татыулыҡ һәм ойошҡанлыҡ таныта.Ветерандар яңы музейҙа үҙҙәре генә түгел балалар менән дә осрашыуҙар ойоштороп илһөйәрлек дәрестәре бирергә ниәтләй. Сик буйы һаҡсыларының дан музейы республикала берәү генә. Уның тарихи мәғлүмәттәр фонды яңы ҡомартҡылар өсөн асыҡ. Эҙәрмән, ирекмән һәм ветерандар ғына түгел сик һағы һәм һаҡсыларына бәйле мәғлүмәттәрҙе теләгән һәр кем уртаҡлаша ала.