Форум асҡан мөмкинлек

Тулыраҡ: Форум асҡан мөмкинлек

Санкт-Петербургта бөгөн халыҡ-ара иҡтисади фоумдың икенсе көнө. Кисә генә Башҡортостан 11 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Уларҙың дөйөм хаҡы 30 миллиард һумдан ашып китә. Республика башлығы киләсәктә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирәсәк бер-нисә мөһим осрашыу үткәрҙе. Башҡортостанда яңы йөк машиналары, заманса аяҡ-кейеме һәм шампундәр етештерелә башлай. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең иҡтисади үҫешенә ышаныслы нигеҙ һалыр килешеүҙәр буйынса бер нисә осрашыу үткәрҙе. “Камаз” акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы предприятиеларында, мәҫәлән, һигеҙ мең кеше эшләй. Хеҙмәттәшлекте дауам итеү етештереүҙе модернизациялау һәм Нефтекама менән Туймазы заводтарында яңы тауар сығарыуҙы күҙ уңында тота. Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең йәнә береһе — “Юнистрой” компанияһының Башҡортостанға инвестициялар индереүен дәлилләй. Республика хөкүмәте менән компания араһындағы килешеүгә ярашлы, Благовещенскийҙа төҙөләсәк заводта шампунь, шыйыҡ һабын, туҡыма-ярҙамсыл саралар етештереү күҙаллана. Предприятела 140-ҡа яҡын эш урыны булдырыу көтөлә. Иҡтисади форумда ҡатнашыусылар тауар алмашыу маҡсатында йөк ташыу бөгөн халыҡ-ара кимәлдә оптималләштереүҙе талап итә, тип билдәләй. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы менән халыҡ-ара транспорт логистикаһы компанияһы араһындағы килешеү тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә. Яндекс-такси йәмғиәте моноҡалалар фонды аша Күмертауҙа пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыуға иҫәп тота. Был хеҙмәттең интернет бәйләнешкә ҡарата талаптарын үтәү бәләкәй ҡалала башҡа хеҙмәттәрҙең дә үҫешенә булышлыҡ итә. ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең сираттағы дүртенсе форумы быйыл Өфөлә октябрҙә ойошторола. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төнъяҡ башҡалалағы форум барышында Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Сергей Катырин менән сараның үҙенсәлектәре тураһында фекер алышты. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда бөгөн дә төрлө эшлекле осрашыуҙар, сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Төбәк етәкселәре һәм хөкүмәт вәкилдәре өлкә-республикаларҙың социаль-иҡтисади үҫешендә милли проекттарҙы эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыу, субъекттарҙың инвестициялар өсөн уңайлы яҡтарын танытыу, дәүләт идаралығының яңы ысулдарын ҡулланыу кеүек мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алыша.