- Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум ваҡытында Рәсәй президенты Ҡытай халыҡ республикаһының вице-рәйесе Ван Цишань менән осрашты. Владимир Путин формуға килгәне өсөн Ҡытай делегацияһына рәхмәт белдерҙе. Ҡытай Рәсәйҙең иң ҙур сауҙа-иҡтисади партнеры, тине ил етәксеһе.
- Дональд Трамп менән Ким Чен Ын осрашыуы алдынан Американың вице-президенты Майк Пенс Вашингтон шарттарын үтәмәһә Төнъяҡ Кореяны ливия сценарийы көтә, тип белдерҙе. Трамп иһә рәсми Пхеньян менән һөйләшеүҙәр булырына һаман да шикләнә.
- Пермь крайында Шумково ауылы янындағы Рәсәй тимер юлдары базаһында локомотивтар зыяраты бар. Объект ябыҡ булһа ла, уның биләмәһенә үтеп инеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Зыярат үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре