Һау бул, мәктәп!

Тулыраҡ: Һау бул, мәктәп!

Бөгөн 11-се класты тамамлаған 18 мең уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Өфөләге бишенсе спорт мәктәп -интернатын быйыл ... уҡыусы тамамлай. Белем, спорт өлкәһендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән уҡыусыларҙы алда оло һынау, ҙур тормош юлы көтә. Сығарылыш класс уҡыусылары уҡытыусыларына, иң ҡәҙерле кеше –ата -әсәләренә сәскәләр бүләк итте. Улар башҡарған йыр байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Әлбиттә, күптәре оло тантана ваҡытында үҙ хис-тойғоларын да йәшермәй ине. Уҡыу дауамында мәктәп исемен күтәргән һәм үҙҙәренең белемен күрһәтеп төрлө олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды. Һуңғы вальс — һуңғы ҡыңғырау байрамының төп йолаһы. Алда оло һынау – мотлаҡ имтихандар тора.