“Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле миҙгел ябыу айҡанлы сағыу сара ойошторҙо. “Мираҫ”тар сығыштың уңышлы үтеүен теләп, концерт алдынан ошондай дуҫлыҡ түңәрәгенә йыйыла. Унда ниндәй генә милләт вәкиле юҡ: башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм башҡалар. “Берҙәм ғаилә” тип исемләнгән дуҫлыҡ бейеүе “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең миҙгелде ябыу тамашаһын асып ебәрҙе. Яратып өлгөргән композицияларҙан тыш, ансамбль тамашасыны яңы премьералар менән дә ҡыуандырҙы. “Мираҫ” барлыҡҡа килгәндән алып үҙенең репертуары менән миллионлаған тамашасының йөрәгенә үтеп инеп, үҙ урынын алған. Июнь айында улар Парижда үтәсәк “Донъя музыкаһы һәм бейеүҙәре” халыҡ-ара фестиваленә барырға йыйына.Баҫҡанында ут сәсеп, осҡон уйнатҡан аҫыл егеттәр, һығылмалы, зифа буйлы һылыу ҡыҙҙар – халыҡ уларҙы бигерәк тә ихласлығы өсөн үҙ итә. Һәр сығыш — үҙе бер театр тамашаһы.Башҡортостандың милли үҙенсәлеге менән бер рәттән Рәсәй һәм донъя халыҡтарының мәҙәниәтен сағылдырған сығыштарҙы тамашасы көтөп ала. Миҙгелде ябый концертына билеттарҙың алдан һатылып бөтөүе һәм залда хатта бер буш урындың да булмауы “Мираҫ”тың үҙ тамашасыһы барлығын, халыҡ һөйөүен яулаған ансамбль икәнен тағы ла берҙе дәлилләй.
Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша
Тулыраҡ: Күҙ ҡамашырлыҡ, йөрәкте елкендерерлек тамаша