Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе

Тулыраҡ: Сүбиҙәй беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе-Әхмәт Зәки Вәлидиҙең улы Сүбиҙәй Тоған беҙҙең телекомпания хәбәрселәренә эксклюзив интервью бирҙе. Тапшырыу Рәсәй-Башҡортостан телеканалында иртәгә иртәнге сәғәт һигеҙҙә эфирға сыға. Унда Зәки Вәлидиҙең тормошона, ғүмеренең һуңғы көндәренә бәйле быға тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәр яңғыраясаҡ. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Сүбиҙәр тоған менән бергә Истамбулда Зәки Вәлидиҙең ҡәберен дә барып күрҙе.