Боронғо кәсеп

Тулыраҡ: Боронғо кәсеп

Борон-борондан халҡыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Әле һирәк булһа ла боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр осрай. Шундайҙарҙың береһе, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен тергеҙеүҙә үҙ көсөн йәлләмәгән, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе Нурия Ҡыуандыҡова Ейәнсура районында йәшәй. Нурия Ҡыуандыҡованың һоҡланғыс ҡул эштәренән йылылыҡ бөркөп тора. Түшелдерек, ҡашмау, камзулдар – халҡым хазинаһының бер өлөшө. Ырымбур ҡалаһында юғары белем алған Нурия Ҡыуандыҡова бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлай. Ҡул эштәре менән ныҡлап хаҡлы ялға сыҡҡас шөғөлләнә башлай.Оҫтабикәнең ҡул эштәре араһында аллы-гөллө биҙәк төшөрөлгән ултырғыс, диван, карауат япмаһы, иҙән түшәге, ҡорама юрған, мендәр тышы... Ә юрғандарҙың ниндәйе генә юҡ?! Һәр береһенә күңел йылыһы һалынған биҙәктән күҙҙәр ҡамаша.Тиктормаҫ, тынғыһыҙ ханым дәрестәрҙән һуң мәктәп балаларын ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә. Борондан ҡалған кәсепте үҫеп килеүсе быуын белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙә ул.