Альп алмаһы сәскә атты

Тулыраҡ: Альп алмаһы сәскә атты

Ҡала баҡсаларының береһен биҙәп йыл да сәскә аткан декоратив алмағас йәнә Өфө халҡы иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Хуш еҫле алһыу сәскәләр эргәһендә йәштәр кемуҙарҙан сэлфи яһап, рәссамдар сағыу картиналар яҙып, паркка килгән һәр кем гүзәллектең ләззәтен татып ҡалырға ашыға. Алмағастың ҡырағайы ла, баҡса шарттарына яраҡлашҡаны ла һоҡландырғыс сәскә ата. Был мәғжизәләй мәлдең үтә ҡыҫҡа булыуы үкенес. Декоратив алмағас иһә сәскәләрен ике аҙна буйына ҡоймай. Йәй көнө ул сағыу йәшел япраҡтары менән һөйөндөрә, көҙөн һәм ҡышын ваҡ емештәре тирә-йүнгә йәм бирә. Алма биҙәктәр һалҡынға бирешмәй ботаҡтарҙа оҙаҡ һаҡлана. Декоратив алмағас талымһыҙ, тупраҡтың төрлөһөнә яраҡлаша ала. Баҡсасыларҙан ул артыҡ оҫталыҡ талап итмәй. Берҙән-бер “теләге” – ҡояш нурҙары. Асыҡ урында уның биҙәү һыҙаттары тағы ла нығыраҡ асыла. Киң яҡты урында был алмағас үҙенсәлекле сифаттар алып баҡса ғорурлығына әүерелә.