Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы

Тулыраҡ: Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы

Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе үҙ вазифаһындағы тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был дәүләт вәкилдәре менән осрашты. Нго Дык Мань әфәнденең Рәсәй субъекттары араһынан беҙҙең төбәкте һайлауының сәбәбе — тәбиғи сығанаҡтарға бай республика менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеү теләге. Мәғлүм булыуынса, 2017 йылдың октябрендә Мәскәүҙә Башҡортостан хөкүмәте менән Вьетнам эшҡыуарҙары араһында аграр сәнәғәттә берҙәм проектты бойомға ашырыу буйынса килешеү төҙөлгәйне. Бөгөнгө осрашыуҙа һүҙ хеҙмәттәшлекте артабан башҡа өлкәләрҙә лә үҫтереү тураһында барҙы. 2019 йылдың Рәсәйҙә Вьетнам, Вьетнамда Рәсәй йылы тип иғлан ителеүе был йәһәттән киң мөмкинлектәр аса.