Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Урта диңгеҙҙә мигранттарҙы ҡотҡарған “Һыуғояр” судноһы бортында сабый донъяға килгән. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, Ливиянан ҡасаҡтар һаны ҡырҡа артҡан. Һуңғы арала ике көндә генә улар Сицилияҡа 2 мең кеше килтергән.Санкт-Петербургта билдәле спортсы Рәсүл Абакаров ике минут эсендә күпер секциялары аша һуҙылған арҡандан үткән. Ҡала көнөнә арналған был трюкты ҡарарға меңләгән кеше йыйылған. Днепрҙан Анастасия Проничкина 71 йәше тулыуҙы парашюттан һикереп ҡаршы алған. 30 йылдан ашыу инвалид коляскаһында йөрөгән ҡатын шулай итеп үҙ хыялын тормошҡа ашырған.Билдәле сәйәхәтсе Цзин Ли ат менеп ярты йыллыҡ сәфәргә сыҡҡан. Уның маршруты футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк ҡалалар аша үтә.