Уларҙы төрлө командаларҙы теүәл үтәргә ҡайҙа өйрәтәләр? Ляхов ауылында урынлашҡан кинологтар мәктәбенә Айгиз Йомағужин Сэйлон ҡушаматлы эте менән Өфөнөң Дим районы эске эштәр бүлегенән килгән. Бала сағынан эттәр яратҡан егет, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, полицияға кинолог булып эшкә урынлаша.Кинологтар әҙерләү мәктәбендә полиция вәкилдәре дүрт аяҡлы дуҫтарының алдан өйрәнгән күнекмәләрен нығыта, яңы һөнәрҙәргә өйрәтә. Һәр эттең үҙенә генә хас холҡо, физиологик яҡтары бар, күнекмәләрҙе өйрәткәндә, барыһын да иҫәпкә алып эш итергә кәрәк, ти йәш кинологтар.Өфөнөң Ҡырмыҫҡалы районы Ляхов ауылында урынлашҡан кинологтар мәктәбендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йәш тыңлаусылар йыйыла. Яңауыл ҡалаһынан Артур Ришатов Одиссей ҡушаматлы дуҫы менән килгән.Дүрт аяҡлы полиция вәкилдәре арымай хеҙмәт итһен өсөн уларҙың һаулығына, туҡланыуына ла ҙур иғтибар бүлеү кәрәк..Кинологтар әҙерләү мәктәбе Рәсәйҙең ике төбәгендә генә урынлашҡан. Береһе беҙҙә, икенсеһе Ростов ҡалаһында. Уҡыу 21 аҙна дауам итә.Был ҡаласыҡта уҡырға килеүселәрҙең дүрт аяҡлы дуҫтары көн итә. Ул 250 эткә иҫәпләнгән. Күреүегеҙсә, вольер алдында махсус ..... урын да бар.Кинологтар мәктәбенә уҡырға килгән белгестәр эттәр менән эш итергә өйрәтеүҙән тыш, теоретик белем дә ала. Психологияны үҙләштерә, закондарҙы өйрәнә.Кинолог булыу — бер яҡтан ҡыҙыҡ, икенсе яҡтан- яуаплы эш. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ киләсәктә сик буйын һаҡлаһын, яҡшы эҙәрмән булһын өсөн хужаһынан түҙемлек, көндәлек күнекмәләр талап итә.
Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы
Тулыраҡ: Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы