Рәсәйҙә Берҙәм Дәүләт имтихандары башланды

Тулыраҡ: Рәсәйҙә Берҙәм Дәүләт имтихандары башланды

Бөгөн Өфөнөң 115-се һанлы гимназияһында Совет районы мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар география һәм информатика фәндәренән үҙ белемдәрен тикшерҙе. Имтихандар билдәләнгән ваҡытта башланды. Ғәҙәттәгесә, имтихан эштәре уҡыусылар алдында ҡағыҙға баҫтырылып сығарыла. Бирелгән һорауҙар тест формаһында башҡарыла. Йәмәғәт күҙәтеүселәре имтихан барышын етди контролдә тота. Бынан тыш, аудиторияларҙа видеокүҙәтеү ҙә алып барыла. Ике көндән, йәғни 30 майҙа, уҡыусылар математика буйынса мотлаҡ имтихан үтергә тейеш.