49-сы йәшендә билдәле актер Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте

Тулыраҡ: 49-сы йәшендә билдәле актер Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте

49-сы йәшендә билдәле актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте.Ижади эшмәкәрлеген ул башҡорт Дәүләт академия драма театрында башлай. 1992 йылда Стәрлетамаҡҡа урындағы башҡорт драма театрына күсә. Азамат Хәлилов 30-ҙан ашыу ҡабатланмаҫ образ тыуҙырҙы. Ҡаһым түрә-уларҙың араһында иң сағыуы. Актер менән иртәгә Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһендә хушлашырға мөмкин.