Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәшәүселәр күсеп китеү тураһында хыяллана

Тулыраҡ: Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәшәүселәр күсеп китеү тураһында хыяллана

19 быуатта төҙөлгән йорт хужалары харабалар аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡа. Стеналар ауышҡан, түбәләр ишелә, әммә мәҙәни мираҫ тип танылған йортто һүтергә лә, төҙөкләндерергә лә ашыҡмайҙар. Уларҙы хатта идарасы компаниялар ҙа хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан. Рәзинә Фәйзуллина тарихи йортта йәшәгәненә ғорурланып түгел, ә зарланып яна. Ишек төбөнән үк бында көн итеү түгел, хатта инеү ҙә ҡурҡыныс икәнен аңлайһың. Стеналар ауышҡан, торбалар серегән, газ мейес боҙолғанға ике йыл ти ханым.Өфө уртаһында урынлашҡан йортта бер кемдең дә эше юҡ. 4 йыл элек иҫке биналарҙы хеҙмәтләндереү отошһоҙ икәнен аңлап идарасы компания ла табан ялтыратҡан. Үҙ фатирында күмелеп ҡалыуҙан ҡурҡып Флүрә Захарова ла туғандарына күсеп китергә мәжбүр булған.Ә кемдәрҙең башҡаса йәшәр урыны юҡ, көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға мәжбүр. Ольга Крестникова мәҫәлән, бында ике балаһы менән көн күрә.Вәғәҙәләгәнде өс йыл көтәләр, әммә ПОносов ихатаһында йәшәүселәр 5 йыл инде күсереүҙәрен көтөп ышана. Чиновниктар ишеген шаҡып яҡлау тапмағас төрлө шик тә тыуа, ти улар.

Иҫке йорттарҙың 4 йыл буйына идарасы компанияһыҙ ҡалыуына юристар ҙа аңлатма таба алмай. Конкурс буйынса яңыһын табырға тейештәр, сөнки торлаҡ ҡарауһыҙ торорға тейеш түгел. Етмәһә, улар былай ҙа авария хәлендә. Помещик Поносов ихатаһында йәшәүселәр йорттарҙы тергеҙеп булырына ышанмай һәм ҡасандыр вәғәҙәләнгән яңы торлаҡҡа өмөт итә һәм әле прокуратураға ғариза әҙерләй.